А/хужалығы
23 Декабря 2022, 01:25

Сит илдәргә мал аҙығы ла һатыла

Йыл башынан Башҡортостандан 112,3 мең тонналыҡ 1878 партия мал аҙығы сит илдәргә оҙатылған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Добавить в предпочтительные источники Google
Сит илдәргә мал аҙығы ла һатылаСит илдәргә мал аҙығы ла һатыла
Сит илдәргә мал аҙығы ла һатыла

Йыл башынан Башҡортостандан 112,3 мең тонналыҡ 1878 партия мал аҙығы сит илдәргә оҙатылған.

Продукция “Элеватор”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Шишмә май экстракцияһы заводында, Шишмә шәкәр заводында етештерелгән. Бөртөклө көнбағыш шроты һәм сөгөлдөр һығындыһы партиялары Төркиәгә һәм Латвия Республикаһына ебәрелгән. Ошо көндәрҙә улар “ВНИИЗЖ” учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереү үткән мал аҙығы импортсы илдәрҙең талаптарына яуап бирә.

Төбәк агросәнәғәт комплексынан 269,3 миллион доллар күләмендәге тауар экспортҡа оҙатылған. Экспорт структураһында төп өлөштө май продукцияһы биләй, икенсе урында – майлы культураларҙың орлоғо, спирт, бал һәм башҡалар

Был эш илебеҙҙә Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас