+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Ғинуар 2023, 08:00

450 инвестиция проекты хупланған

2023 йылда Башҡортостанда 450-нән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ, йәғни 68,1 миллиард һумлыҡ  капитал һалыуҙар көтөлә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

450 инвестиция проекты хупланған
450 инвестиция проекты хупланған

 Уларҙы тормошҡа ашыу барышында өс меңдән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. Үткән  йылда республикала инвестицияларҙың дөйөм күләме 277,7 миллиард һум тәшкил иткән. Бындай күрһәткес менән Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында тора.

       Республиканың социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауҙарына ярашлы, 2023 йылда төп капиталға инвестициялар 535,7 миллиард һумға баһалана. Өҫтөнлөклөләр исемлегендә дөйөм суммаһы 761,3 миллиард һумлыҡ 289 проект иҫәпләнә.

   Әйткәндәй, 2022 йылда 37 өҫтөнлөклө проекттың 12-һе ауыл хужалығы өлкәһенә тура килгән, улар буйынса инвестициялар  6,4 миллиард һум тәшкил иткән.

      Шулай уҡ уҙған йылда Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 14,5 миллиард һумлыҡ проекттары менән 29 резидент теркәлгән. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан һуң  яңынан 2,5 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: