А/хужалығы
20 Января 2023, 05:06

Умарталыҡ паспорттарын рәсмиләштереү дауам итә

Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү республика программаһы тормошҡа ашырылған дүрт йылда тауар балының күләме 23 процентҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Умарталыҡ паспорттарын рәсмиләштереү дауам итәУмарталыҡ паспорттарын рәсмиләштереү дауам итә
Умарталыҡ паспорттарын рәсмиләштереү дауам итә

Үткән йылда бал ҡорто ғаиләләре һаны буйынса Ғафури һәм Иглин райондары алдынғы булды, уларҙа 19 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнә һәм 600-шәр тонна бал етештерелгән. Төбәктең 11 районда 7-10 мең бал ҡорто күсе тотола икән.

       Республикала бөтә милек формаһындағы умартасыларҙы теркәү һәм умарталыҡ паспорттарын рәсмиләштереү буйынса эштәр дауам итәсәк. Һуңғы ике йылда умартасыларға тармаҡты үҫтереүгә 42 миллион һумдан ашыу дәүләт гранттары һәм субсидиялары йүнәлтелгән.

      Шулай уҡ, Башҡортостанда ҡара төҫтәге урман бал ҡорто буйынса генетик мәғлүмәттәр банкы булдырылған, саф тоҡомло генетик элитаның перспективалы сығанаҡтары табылған, бал ҡорто популяцияһының тәбиғи йәшәү зоналарында пробалар һайлап алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас