+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Ғинуар 2023, 09:25

Фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә ала аласаҡ

Башҡортостанда "Ауыл хужалығы ерҙәренең әйләнеше тураһында"ғы Федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Закон яңы статья менән тулыланды. Хәҙер крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ауыл хужалығы ерҙәрен сауҙалашыуһыҙ биш йылға ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә ала аласаҡ
Фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә ала аласаҡ

Башҡортостанда "Ауыл хужалығы ерҙәренең әйләнеше тураһында"ғы Федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Закон яңы статья менән тулыланды. Хәҙер крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ауыл хужалығы ерҙәрен сауҙалашыуһыҙ биш йылға ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә бәләкәй хужалыҡтар һәм етештереүселәр ҙур роль уйнай. 2012 йылдан республикала хужалыҡтар һаны 1,8 тапҡырға, ә ауыл хужалығы продукцияһын тулайым етештереүҙә уларҙың өлөшө — өс тапҡырҙан ашыуға (5,8 проценттан 18 процентҡа тиклем) артҡан. Республикала игенселекте артабан үҫтереүҙә ер ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаясаҡ. Ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу мөмкинлеге үҙ хужалыҡтарын әүҙем үҫтереүсе фермерҙар бурысын күпкә еңеләйтә.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев фекеренсә, бындай үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты — дәүләт йәки муниципаль милектәге ер участкаларын бүлгәндә ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәргә ташламалы шарттар булдырыу. Шулай итеп, фермерҙар ерҙе ябайлаштырылған тәртиптә ала аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта бындай ер участкаһының тәғәйенләнешен үҙгәртеү, участканы өсөнсө яҡҡа тапшырыу, шул иҫәптән залог сифатында уны хужалыҡ ширҡәтенең йәки компанияның вәкәләтле капиталына иғәнә итеп индереү йәки производство кооперативына өлөш итеп индереү тыйыла.

Был яңылыҡ “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү”милли проектын үтәүгә лә үҙ өлөшөн, һис шикһеҙ, индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: