А/хужалығы
16 Февраля 2023, 07:10

Шәкәр етештереү артҡан

Башҡортостандың «Раевка шәкәре» һәм Шишмә шәкәр заводтарында  шәкәр етештереү 2021 йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Шәкәр етештереү артҡанШәкәр етештереү артҡан
Шәкәр етештереү артҡан

Предприятиелар 1,35 миллион тоннанан ашыу тамыраҙыҡ эшкәрткән һәм 203,7 мең тонна шәкәр етештергән. «Раевка шәкәре» производствоһын модернизациялау шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү заводының ҡеүәтен тәүлегенә 5,5 мең тоннаға тиклемгә еткергән.  Ә, Шишмә заводын реконструкциялау тәүлегенә 6 мең тоннаға тиклем тамыраҙыҡ эшкәртең мөмкинлеген биргән.

Әлеге көнгә шәкәр етештереү үҫеше илдең күпселек төбәктәрендә билдәле. Шуға күрә, Башҡортостан үҙ продукцияның күпселек өлөшөн экспортҡа сығарырға ниәтләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас