А/хужалығы
9 Марта 2023, 04:57

Ауыл хужалығы кооперативтарын субсидиялау күләме арта

2023 йылда Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын субсидиялауға 212 миллион һум дәүләт ярҙамы ҡаралған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы кооперативтарын субсидиялау күләме артаАуыл хужалығы кооперативтарын субсидиялау күләме арта
Ауыл хужалығы кооперативтарын субсидиялау күләме арта

      Был уҙған йыл менән саҡыштырғанда  22 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, республикала 400 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән, шул иҫәптән 29-ы  2022 йылда, 5-һе быйыл ойошторолған. Республика 4 йыл рәттән яңынан ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса илдә алдынғы урынды биләп килә.

     Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл хужалығы кооперативтарына субсидиялар «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында бирелә. Былтыр ауыл хужалығы ҡулланыусылар  кооперативтарының сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға 173,3 миллион һум бүленгән. 69 ауыл хужалығы кооперативы субсидия алған, шуларҙың 28-е мөлкәт (шул иҫәптән ауыл хужалығы малдары) һатып алыуға сығымдарын ҡаплаған, 36-һы - техника һәм ҡорамалдарын һатып алыуға, ҡалғандары сеймал алыуға киткән сығымдарын ҡаплауға киткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас