

2023 йылда Башҡортостан аграрийҙарына 5,2 миллиад һум күләмендә дәүләт ярҙамы бүленәсәк, шул иҫәптән 2,8 млрд һум республика бюджетынан бүлеү ҡарала. Был уҙған йылдағынан 37 процентҡа күберәк.
Быйыл шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын, минераль ашламалар һатып алыуға, иген культураларын игеүгә һәм һатыуға сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар түләүгә лә ҙур күләмдә аҡса йүнәлтеләсәк. Хөкүмәттән бюындай ярҙам "Халыҡ-ара копперация һәм экспорт" милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә.