+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
17 Март 2023, 22:20

Эш эҙләһәң, рәхим ит!

22 мартта  ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашырға  теләгәндәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Эш эҙләһәң, рәхим ит!
Эш эҙләһәң, рәхим ит!

22 мартта  ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашырға  теләгәндәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Был көндө «Таврос» компаниялар төркөмө (Раевка ит комбинаты - «Альшей-мясо», «Башкирская мясная компания», «Уральская мясная компания», «Башкирская» һәм «Башкир-агроинвест»ҡошсолоҡ фабрикалары) , Үҙәк МТС-ы,», «Алексеевский» АПК-һы һәм «Уфимское хлебное объединение «Восход» 500-ҙән ашыу вакансяи тәҡдим итәсәк. Күҙалланған эш хаҡы 20 мең һумдан 100 мең һумға тиклем.

Вакансиялар йәрминкәһе 22 мартта сәғәт 10-дан 13 сәғәткә тиклем ВДНХ-ЭКСПО, Өфө ҡалаһы,  Менделеев уруамы, 158 (икенсе ҡат) адресы буйынса үтәсәк.

Сығанаҡ:БР Ауыл хужалығыы министрлығы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: