

Республика мәктәптәрендә агрокластар асыла. Бындай тәжрибә “Алтын көҙ” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танылды. Әле 70 агрокласс булдырылған һәм балаларға тәжрибә туплау өсөн 12 етештереү майҙансығы эшләй.
Хужалыҡтарға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн төрлө дәртләндереү саралары ҡаралған. Ауыл еренә эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә 750 мең һум грант тапшырыла. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатынан үткәрелгән сараларға ярашлы, 2 меңдән ашыу кеше агросәнәғәт тармағында эш тапҡан.
.