А/хужалығы
24 Марта 2023, 05:15

Монголияға экспорт күләме артҡан

Үткән йылда Башҡортостандан Монголияға экспорт күләме 2021 йылға ҡарағанда  50,3 процентҡа артҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Монголияға экспорт күләме артҡанМонголияға экспорт күләме артҡан
Монголияға экспорт күләме артҡан

Үткән йылда Башҡортостандан Монголияға экспорт күләме 2021 йылға ҡарағанда  50,3 процентҡа артҡан. Башҡортостан был илгә минераль продукция, таш һәм гипс изделиелары, химия сәнәғәте әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм ағас ебәрелгән.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы төбәк Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге  менән берлектә күп тармаҡлы бизнес-миссия ойошторған. Компаниялар Монголияның профилле предприятиеларына бара, эшлекле осрашыуҙар үткәрә.

Бынан тыш, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары  Лена Изотова менән Монголияның Рәсәй менән хеҙмәттәшлек буйынса эшлекле советының башҡарма комитеты Энэбиш Оюунтэгштың осрашыуы үтә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан һәм Монголия араһында логистик маршруттар ойоштороу буйынса килешеүҙәр төҙөлә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы " журналы сайты.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас