А/хужалығы
25 Марта 2023, 05:10

Йүнселдәргә ҙур ярҙам күрһәтелә

Дүрт йылда ярҙам күләме 2 миллиард 856 миллион һум тәшкил иткән. #нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Йүнселдәргә ҙур ярҙам күрһәтеләЙүнселдәргә ҙур ярҙам күрһәтелә
Йүнселдәргә ҙур ярҙам күрһәтелә

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

2019 – 2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамының дөйөм күләме ике миллиард 856 миллион һум тәшкил иткән, шуның бер миллиард 114 миллион һумы Рәсәй Президенты Владимир Путиндыңмай указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында бүленгән. Был турала Агросәнәғәт форумында ойошторолған “Агроликбез. Фермер нимә белергә тейеш: ҡануниәт, финанс, баҙар” мәғариф интенсивында һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы сараларынан тыш, бизнес өсөн һөҙөмтәле лизинг ҡарарҙары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына башҡа төрлө ярҙам алымдары тураһында һөйләнеләр.

Фото: agriculture.bashkortostan.ru  

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-24/agros-n-tt-y-nseld-rg-yar-am-bayta-a-art-an-3189742 

Автор:
Читайте нас