

Был 2021 йылғы кимәлдән 28 процентҡа күберәк. Республика 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең ашлыҡ етештереү буйынса тәүге 10 төбәге иҫәбенә инде, уның уңышы 5 миллион тоннанан ашты. Бынан тыш, Башҡортостан аграрийҙары май биреүсе культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө етештереү күләмен 1,5 тапҡырға арттырған.
“2021 йылғы ябай булмаған ҡоро миҙгелдән һуң төбәктә мал иҫәбен тергеҙҙеләр, тауар һөтө, ит етештереүҙе ышаныслы арттыралар, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин иттеләр. Картуф, сусҡа, һөт һәм һыйыр ите буйынса ихтыяждар ҡәнәғәтләнерлек”, тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары 150 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Төбәктә аҙыҡ-түлек етештереү индексы 103 процент тәшкил итте, ул уртаса Рәсәй кимәленән 2,6 пунктҡа юғарыраҡ. 2022 йылдан аҙыҡ-түлек тармағын үҫтереү программаһы сиктәрендә яңы дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтәбеҙ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Эшкәртеүселәрҙең яңы ҡорамалдарға сығымдарҙың 40 процентына тиклемен ҡайтарыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Шул арҡала 40-тан ашыу предприятие производствоны яңыртты ла инде, 130 миллион һумға 100-ләгән техника берәмеге һатып алды. Түләнгән субсидиялар күләме - 50 миллион һум. 2023 йылда был йүнәлешкә республика бюджетынан 100 миллион һум бүленәсәк. 2023 йылға пландарҙа - аҙыҡ-түлек етештереүҙе 160 миллиард һумға тиклем арттырыу ҡаралған, тине И. Фәзрахманов.