А/хужалығы
8 Апреля 2023, 07:15

Уҙған йылдың экспорт күләменән ике тапҡырға күберәк

Йыл башынан алып республиканың агросәнәғәт комплексы 64,4 мең тоннанан ашыу иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы экспортҡа оҙатҡан.

Уҙған йылдың экспорт күләменән ике тапҡырға күберәкУҙған йылдың экспорт күләменән ике тапҡырға күберәк
Уҙған йылдың экспорт күләменән ике тапҡырға күберәк

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йыл башынан алып республиканың агросәнәғәт комплексы 64,4 мең тоннанан ашыу иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы экспортҡа оҙатҡан, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы экспорт күләменән ике тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең территориаль идаралығы күҙәтеүе аҫтында Азербайжанға, Афғанстанға, Бельгияға, Беларусь Республикаһына, Германияға, Башҡортостанға, Латвияға, Нидерландҡа, Төркмәнстанға 17,74 мең тоннанан ашыу бойҙай, 7,1 мең тонна арпа, 10,3 мең тонна етен, 0,16 мең тонна көнбағыш, 0,10 мең тонна гәрсис һәм башҡа ауыл хужалығы культуралары, шул иҫәптән арыш оно оҙатылған. Бөтә экспорт йөктәре махсус һынау лабораторияһында тикшерелгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Милли проект сиктәрендә 2024 йылға республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күрһәткесе 230 миллион долларға етергә тейеш.

Автор:Гөлсирә Мөхәмәтдинова
Читайте нас