А/хужалығы
14 Апреля 2023, 05:20

Предприятие үҫеш юлында

“Әбйәлил сорт участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әүҙем үҫеш юлында. Үткән аҙнала район аграрийҙары был хужалыҡта булып предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Предприятие үҫеш юлындаПредприятие үҫеш юлында
Предприятие үҫеш юлында

“Әбйәлил сорт участкаһы” ЯСЙ-һы үҙенең юғары етештереүсәнле  заманса техникаһы менән дан тота, бында шулай уҡ уҙған йыл иген киптереү һәм һаҡлау ҡоролмаһы, минераль ашламалар һәм химикаттарҙан иҙмә әҙерләү үҙәге төҙөлгән. Хужалыҡ баҫыуҙарында мул уңыш үҫтереп ала, уны эшкәртеп, ҡырсылыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙе сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеүҙә лә мөһим роль уйнай.

Былар барыһы ла “Ауыл хужалығын үҫтереү” милли проектын үтәүгә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас