

Был 2022 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 6,6 тапҡырға күберәк. Уҙған йылдың беренсе кварталында Башҡортостан эске баҙарға 553 партия составында 18,4 мең тонна иген оҙатҡан. Башҡортостан Алтай, Краснодар, Пермь крайҙарына, Белгород, Ленинград, Новосибирск, Ырымбур, Орел, Һамар, Һарытау, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренә, шулай уҡ Татарстанға һәм Удмурт Республикаһына, йөғни Рәсәйҙең 14 төбәгенән контрагенттарға карантин аҫтындағы продукция оҙатҡан.
Башҡортостандан башҡа төбәктәргә күбеһенсә бойҙай сығаралар, йәки 59,1 мең тонна, арпа - 48,9 мең тонна, көнбағыш орлоҡтары - 9,2 мең тонна. Өс айҙа Рәсәй эске баҙарына республиканан 2,1 мең тонна арыш, 490 тонна һоло, 360 тонна ҡарабойҙай, 120 тонна ноҡот борсағы, 545 тонна майлы үҫемлектәр ҡалдығы һәм 66 тонна ярма оҙатылған.