А/хужалығы
28 Апреля 2023, 12:05

Иген һаҡлау ҡеүәттәре арттырыласаҡ

Башҡортостанда иген һаҡлау ҡеүәттәре кәмендә 4,3-4,4 миллион тоннаға тиклем арттырыласаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иген һаҡлау ҡеүәттәре арттырыласаҡИген һаҡлау ҡеүәттәре арттырыласаҡ
Иген һаҡлау ҡеүәттәре арттырыласаҡ

Башҡортостанда иген һаҡлау ҡеүәттәре кәмендә 4,3-4,4 миллион тоннаға тиклем арттырыласаҡ.

Уҙған йылдағы мул уңыш һәм ошо сәбәпле ашлыҡҡа һатыу хаҡтарының түбән булыуынан сығып быйыл Башҡортостанда иген һаҡлау ҡеүәттәре кәмендә 4,4 миллион тоннаға тиклем арттырыласаҡ.

 - Һаҡлау ҡеүәте беҙҙә 4 миллион тонна. Быйыл иген һаҡлағыстар кәмендә  4,3-4,4 миллион тонна ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Һәр ерҙә хужалыҡтарҙа төҙөлөштәр бара: буласаҡ уңыш өсөн төрлө келәттәр һалына, тине был хаҡта  Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат  Фазрахманов.- Әле 2 миллион тонна игенебеҙ республика элеваторҙарында һаҡлана, тағы 2 миллион тоннаһы хужалыҡтар келәттәрендә. Шуға беҙгә өҫтөмә һаҡлағыстар төҙөү талап ителә. Ғәҙәттә сит илгә игенгә хаҡ артһа, һатырға тырышабыҙ.

Бындай эштәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас