А/хужалығы
18 Мая 2023, 13:16

Яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусылар арта

Башҡортостан аграрийҙары йылдың дүрт айында 4,1 миллиард һумға 918 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусылар артаЯңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусылар арта
Яңы ауыл хужалығы техникаһын һатып алыусылар арта

Был  2022 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 600 миллион һумға йәки 17 процентҡа  күберәк. «Йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 157 трактор, 33 иген йыйыу һәм алты мал аҙығы йыйыу комбайны, 250-нән ашыу берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, ҡоралдар һәм башҡа төр техника һатып алды», - тип белдерҙе  Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

        Льготалы лизинг программаһы буйынса ауыл хужалығы машиналарын һатып алыу ҙа артҡан. Йыл башынан алып ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар «Росагролизинг» дәүләт компанияһы аша 760 миллион һумға 147 машина һатып алған. Был 2022 йылдың ошо уҡ осоро күрһәткесенән 100 миллион һумға йәки 15,1 процентҡа күберәк.

          Республикала ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙа субсидиялау программаһы ҙур мөмкинлектәр бирә. Аграрийҙарға сығымдарҙың 50 процентына тиклемен ҡайтаралар. 2023 йылда ошо маҡсатҡа бюджетта  1,4 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Өс айҙа лизинг аша ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу 2 миллиард һум тәшкил иткән, йәки 400 берәмек техника һатып алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас