

Бөгөн бөтә баҫыуҙарҙа ла эш ҡайнай. Ҡайҙалыр тупраҡ сәсеү алдынан эшкәртелә, икенсеһендә орлоҡтар бураҙналарға һалына, өсөнсөһөндә сәсеүлектәрҙе катуклау бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә ерҙә лә яҙғы эштәрҙең ҡыҙған мәле.
Н. З. Әхтәмов крәҫтиән-фермер хужалығы игенселәре лә иртә таңдан ҡара кискә тиклем баҫыуҙа. Быйыл фермер хужалығында ике мең гектар ерҙә яҙғы культуралар сәсеү планлаштырылған.
Был хужалыҡта арпа тулыһынса сәселгән, әле бойҙай сәсәләр. Әйткәндәй, быйыл тик элиталы орлоҡтар менән эш итәләр. Бынан алдағы йылдарҙа ҙур һорау менән файҙаланған етенгә ихтыяж кәмегәс, уның майҙанын ныҡ кәметкәндәр. Уның ҡарауы, быйыл ҡарабойҙайҙы 250 гектарҙа ултыртырға планлаштырғандар. Сөнки был культураға беҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур.
Һауа шарттары ҡулай килеп, ваҡытында ямғырҙар яуып, мул уңыш алынһа, хужалыҡ етәкселеге игенде сит илдәргә оҙатырға ниәтләй. Ә был инде “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә ҙур ярҙам