+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
26 Май 2023, 11:50

Ауыл хужалығы тармағына иғтибар арта

Башҡортостан аграрийҙарына 2023 йылда агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау өсөн өҫтәп 86 миллион һум аҡса бүленде. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы тармағына иғтибар арта
Ауыл хужалығы тармағына иғтибар арта

Башҡортостан аграрийҙарына 2023 йылда агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау өсөн өҫтәп 86 миллион һум аҡса бүленде. Башланғыс ауыл хужалығы секторына йылына 5% тиклем ставка менән тағы 2,4 миллиард һум кредит йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, льготалы кредиттар миҙгелле баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн төп аҡса сығанағы булып ҡала. Бөгөн федераль аграр ведомство Башҡортостан аграрийҙарының 6,7 миллиард һумлыҡ кредитҡа 237 ғаризаһын хупланы, заемсыларға 5,2 миллиард һум бирелгән. Льготалы кредитлау барышында Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиеларына дөйөм суммаһы 3,4 миллиард һумлыҡ 115 ғариза хупланған.

Республикала агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау буйынса аҡсаның дөйөм күләме 480,6 миллион һум тәшкил иткән — түбәнәйтелгән ставка буйынса 9 миллиард һумлыҡ кредит.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: