А/хужалығы
7 Июня 2023, 13:21

Башҡортостан аграрийҙары 7 миллиард һумдан ашыу ярҙам алған

Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында депутаттар үткән йылда «Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм ағымдағы йылға ауыл хужалығы үҫеше прогнозы тураһында мәғлүмәтте тыңлаған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан аграрийҙары 7 миллиард һумдан ашыу ярҙам алғанБашҡортостан аграрийҙары 7 миллиард һумдан ашыу ярҙам алған
Башҡортостан аграрийҙары 7 миллиард һумдан ашыу ярҙам алған

Был хаҡта Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов һөйләгән. Ул, тармаҡта производство процестарын камиллаштырыу, яңы технологиялар индереү, цифрлаштырыу тураһында ыңғай һөҙөмтә булыуын билдәләгән. Әйтәйек, үткән йылда агросәнәғәт комплексы 7 миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алған. Төбәктең аграр тармағына инвестицияларҙың дөйөм күләме максималь кимәлгә - 17,2 миллиард һумға еткән. Тулайым продукция күләме 247 миллиард һум тәшкил иткән, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү индексы 128,1 процентҡа тиклем артҡан. Үҫемлекселектә юғары күрһәткестәр булған, унда продукция етештереү индексы 164,1 процент тәшкил иткән.

     Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, дәүләт ярҙамы арҡаһында малсылыҡ продукцияһын етештереү индексы 101,4 процент тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас