

Ошо көнгә, бөтәһе 60 мең гектарҙан ашыу майҙанда үлән сабылған, 8 мең тоннаға яҡын бесән һәм 150 мең тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығын әҙерләүҙә Ауырғазы районы хужалыҡтары алдынғы килә, улар 5,3 мең гектарҙа бесән сабып, йыйып алған һәм 20 мең тонна сенаж әҙерләгән. Борай районында - 16 мең тоннаға яҡын, Саҡмағошта 14,5 мең тонна сенаж һалынған.
Нормаға ярашлы, уңышлы ҡышлау өсөн бер баш малға яҡынса 30 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнер кәрәк.