

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте Башҡортостан шәкәр заводтарының өҫтәмә продукцияһы — сөгөлдөр һығынтыһы – Ҡытай баҙарына уңышлы экспортҡа сығарыла, тип хәбәр итә.
Башҡортостандың эре шәкәр заводтары 2023 йылда Ҡытай баҙарына үҙенең өҫтәмә продукцияһы – гранулланған сөгөлдөр һығынтыһы менән сыҡты һәм уны уңышлы үҙләштерәләр. Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтары Ҡытай Халыҡ Республикаһына ауыл хужалығы малдары өсөн үҫемлек сығышлы мал аҙығын экспортҡа оҙатыуҙы яйға һала. Гранулланған сөгөлдөр һығынтыһы шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙең өҫтәмә продукцияһы, ауыл хужалығы малдарын һимертеү өсөн файҙалы матдәләр күп булған туҡлыҡлы өҫтәмә булып тора.
Рәсәй Президент Владимир Путин указы менән ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсат тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.
Фото: http://www.rsn-rb.ru
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.