А/хужалығы
26 Июнь 2023, 12:11

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтә

Бөгөн, Өфөлә күләмле сара - Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы башланды.

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтәӨфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтә
Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтә

        28 июнгә тиклем дауам итәсәк юбилей форумының төп бурысы - ике дәүләттең мәҙәни, сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-мәғариф бәйләнештәрен нығытыу.

       Сараның программаһында ҙур эшлекле һәм мәҙәни өлөштәр ҡаралған. Әйтәйек, Зәки Вәлиди урамында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтә.

 Экспозицияның бер өлөшө майҙаны 2 700 квадрат метр тәшкил иткән павильонда урынлашҡан. Рәсәйҙең 19 компанияһы һәм 10 белорус компанияһы үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә.

      Күргәҙмә павильондары «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда ла урынлашҡан. Унда ике дәүләттең 19 төбәгенән 35 компания ҡатнаша.

Бында  100-гә яҡын берәмек төрлө техника ҡуйылған, уны теләге булған һәр кем ҡарай ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас