Тейешле килешеүгә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Минск трактор заводы генераль директоры Виталий Вовк осрашыу барышында ҡул ҡуйылған.
Документ республиканың агросәнәғәт комплексы хужалыҡтарын ауыл хужалығы техникаһы, запас частар һәм сервис хеҙмәттәре менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, быйыл «Беларус» минитракторҙарын йыйыуҙы ойоштороу өсөн ҡеүәте 16 ат көсөнә булған 30 берәмек машина комплекты поставкалау күҙаллана, тип белдергән Илшат Фәзрахманов.