+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Июнь 2023, 15:55

Ауыл хужалығында ла хеҙмәттәшлек нығый

X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә Союз дәүләтенең аграр сәйәсәте темаһын, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында уртаҡ хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөктәрен һәм перспективаларын тикшерҙеләр.

Ауыл хужалығында ла хеҙмәттәшлек нығый
Ауыл хужалығында ла хеҙмәттәшлек нығый

X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә Союз дәүләтенең аграр сәйәсәте темаһын, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында уртаҡ хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөктәрен һәм перспективаларын тикшерҙеләр.

Сара Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙҙы, унда тематик секция ойошторолдо ла инде. Ултырыштың модераторы булып Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы комитеты рәйесе Александр Двойных сығыш яһаны, Белоруссия яғын Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советының төбәк сәйәсәте һәм урындағы үҙидара буйынса даими комиссияһы рәйесе Михаил Русый тәҡдим итте.

Үҙ сығыштарын ике илдең агросәнәғәт комплексы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә статс-секретарь – Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары Иван Лебедев һәм Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Игорь Брыло арнаны.

Башҡортостан һәм Беларусь агросәнәғәт комплексы предприятиеларының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Ул союз дәүләте вәкилдәренә техник модернизациялау, йыһазландырылыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Белоруссия заводтарының республика аграрийҙарына һәйбәт ташламалар биреүен билдәләне.

– Мәҫәлән, бөгөн Минск трактор заводы вәкилдәре менән аралаштыҡ, – тине ул. – Башҡортостан компанияһында 200 ат көсөнә тиклем ҡеүәт менән “Беларус” сылбырлы тракторҙарҙы йыйыу ойошторолған. Беҙҙә бик кәрәк техника ул. Йыл һайын МТЗ филиалы – Мозырск трактор заводы менән берлектә 150-200 трактор йыйырға планлаштырабыҙ.

Шулай уҡ Илшат Фәзрахманов Башҡортостанда тиҙ һәм сифатлы тормошҡа ашырылған “Амкодор – Ағиҙел” заводын төҙөү буйынса белорус-башҡорт инвестиция проектын миҫалға килтерҙе. Предприятие Башҡортостан Республикаһында иген һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы ҡорамалдары (йылына 40 элеватор) етештерәсәк.

Сара спикерҙарының сығыштары туғандаш дәүләттәр хеҙмәттәшлегенең ғилми-техник, үҫемлекселек, малсылыҡ, белем биреү йүнәлештәренә арналды. Уларҙың сығышын тыңлағандан һуң, Михаил Русый, бөгөн барыһы ла дәүләттең уртаҡ үҫеше өсөн күпме көс һалыуын күрһәтергә теләне, тип билдәләне.

– Беҙҙең ике ил дә импортты алмаштырыу өлкәһендә булған бөтә проблемаларҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы хәл итә ала, - тине ул.

– Илдәребеҙ донъя баҙарында бик яҡшы перспективалар биләй, ер шары халҡының үҫеүен күрәбеҙ, ауыл хужалығы ерҙәре һаны кәмей, был дәүләттәребеҙгә конкуренцияға һәләтлерәк булырға өҫтөнлөктәр бирә, – тип билдәләне Александр Двойных.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: