+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Июнь 2023, 18:04

Бал ҡорттарының беларус популяцияһын бергәләп тергеҙергә килешелде

Башҡортостан Республикаһының «Алтын Солоҡ» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Беларусияның «Беловеж ҡара урманы» ҡурсаулығы, Генетика һәм цитология институты һәм Милли академияһының биоресурстар буйынса институты умартасылыҡ өлкәһендә тәжрибә алмашыу хаҡында килеште. Тейешле килешеүгә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында ҡул ҡуйылды.

Бал ҡорттарының беларус популяцияһын бергәләп тергеҙергә килешелде
Бал ҡорттарының беларус популяцияһын бергәләп тергеҙергә килешелде

 Ике яҡ бал ҡорттарының саф тоҡомло популяцияларын һаҡлауға һәм үрсетеүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бергәләп ғәмәлгә ашырасаҡ. Төп бурыс - ҡара төҫтәге урман бал ҡортоноң белорус популяцияһын тергеҙеү.

       Башҡортостанда  «Алтын Солоҡ» төбәк ойошмаһы ҡара урман бал ҡортоноң абориген популяцияһын тергеҙеү маҡсатында булдырылған да инде. Бөгөн ул урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы һәм молекуляр-генетик экспертиза лабораторияһы статусын алған.

       «Алтын Солоҡ» лабораторияһында Рәсәй биләмәһендә бал ҡорто ДНК-һының иң ҙур банкы тупланған, ул даими тулыландырыла һәм яңыртыла. Был ҡиммәтле мәғлүмәт бал ҡорттарының һәр тоҡомо өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға мөмкинлек бирә.

      Осрашыу барышында, ике яҡтың берлектәге эшмәкәрлек планы тикшегән. «Алтын Солоҡ» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Марат Хәсәнов билдәләүенсә, Беларуссия ҡурсаулығы биләмәһендә таҙа тоҡомло ҡырағай бал ҡорттарын эҙләү, Башҡортостан һәм Беларусия лабораторияларында комплекслы генетик анализ эшләү тора. «Алтын Солоҡ» белгестәренең һәм Башҡортостан солоҡсоларының ҡурсаулыҡҡа барыуы оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: