А/хужалығы
6 Июля 2023, 03:40

Республиканан көнбағыш майы экспорты артҡан

Башҡортостан предприятиелары йыл башынан алып 64,4 миллион долларға көнбағыш майын экспортҡа оҙатҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканан көнбағыш майы экспорты артҡанРеспубликанан көнбағыш майы экспорты артҡан
Республиканан көнбағыш майы экспорты артҡан

Ошо ваҡыт эсендә сит илдәргә 54,2 мең тонна май оҙатылған, был  үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 8 мең тоннаға күберәк. Ошо көндәрҙә Ҡытай Халыҡ Республикаһына ике мең тоннанан ашыу көнбағыш майының сираттағы партияһы оҙатылған.

        Республиканың ауыл хужалығы министрлығы  мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы  йылдың алты айында Башҡортостандан сит илдәр баҙарына бөтәһе 142 миллион долларға ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек оҙатылған.

     Әйткәндәй, 2022 йылда Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә 291 миллион долларға оҙатылған. Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары экспортының байтаҡ өлөшөн май продукцияһы тәшкил иткән, йәғни 66,4 процент булған.

      «Сигма» холдингы предприятиелары - Күмертау һәм Шишмә май экстракцияһы заводтары төп экспортерҙар булғандар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас