Дәүләт программалары ярҙамында был ауыл хужалығы предприятиелары практиканттарға хеҙмәт хаҡы түләүгә һәм йәшәүгә киткән сығымдарының бер өлөшөн федераль, төбәк бюджеттарынан ҡаплай аласаҡ.
Студенттарҙы миҙгелле баҫыу эштәренә йәлеп итеү, хужалыҡтарға ҡыҙыу баҫыу эштәре мәлендә кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә һәм эштәрҙе оптималь агротехник сроктарҙа башҡарырға мөмкинлек бирә. Студенттар иһә эш осоронда тейешле хеҙмәт хаҡы ала, тәжрибә туплайҙар.
Тәүге ярты йылда 150 хеҙмәткәрҙе йәлеп иткән республиканың 64 предприятиеһы 6,3 миллион һум компенсация алған. Сығымдарҙы ҡаплауға быйылғы йылда 23 миллион һум аҡса һалынған.
Әйткәндәй, былтыр 24,3 миллион һум аҡса бүленгән булған, уны 470 студенттарҙы хеҙмәткә йәлеп иткән 106 предприятие алған.