+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
14 Июль 2023, 06:25

Ураҡ етте

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Ураҡ етте
Ураҡ етте

Башҡортостан аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуға төштө.

Республиканың күпселек райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар ғәҙәттәгенән 10 көнгә алдараҡ өлгөрҙө. Быға иртәрәк сәсеү һәм июль айының эҫе булыуы йоғонто яһаны.

Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында ужым бойҙайын, борсаҡ һәм ужым шипкәнен йыялар. Мең гектар майҙан сабылған. Ике мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Бөтәһе 1 миллион 760 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыу бурысы тора.

Баҫыуҙарҙан уңыш йыйып алыгһа, уны сит илдәргә һатыу мөмкинлеге лә бар. Ә был, үҙ сиратында, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: