+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Июль 2023, 08:30

Әлмөхәмәт элеваторынан -19,5 мең тонна!

Башҡортостандың Әлмөхәмәт һәм Дүртөйлө элеваторҙары ингән “РЕСА” компаниялар төркөмө йыл башынан 29,6 мең тонна етен орлоғон экспортҡа оҙатһа, шуның 19,5 мең тоннаһын Әлмөхәмәт элеваторы ебәргән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әлмөхәмәт элеваторынан -19,5 мең тонна!
Әлмөхәмәт элеваторынан -19,5 мең тонна!

Башҡортостандың Әлмөхәмәт һәм Дүртөйлө элеваторҙары ингән “РЕСА” компаниялар төркөмө йыл башынан 29,6 мең тонна етен орлоғон экспортҡа оҙатһа, шуның 19,5 мең тоннаһын Әлмөхәмәт элеваторы ебәргән.

Республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында төп өлөш май тармағы тауарына тура килә – 66 процент. Май орлоҡтары, спирттар, бал һәм башҡаларҙың экспорт өлөшө – 11 проценттан, иген туғыҙ проценттан ашып китә. Йыл башынан республикала иген экспорты һиҙелерлек артҡан.

Шулай итеп, июль айының беренсе декадаһы аҙағына төбәктән 66 мең тоннанан ашыу башҡорт игене экспортҡа сығарылған, ә 2022 йылда күрһәткес һигеҙ мең тоннанан кәмерәк тәшкил иткән.

Агросәнәғәт комплексы тауарҙарын сит илгә һатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп маҡсаты булып тора.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: