-21 °С
Болотло
Республиканың минтрасынан белдереүҙәренсә, был трасса төбәктең терәк юл селтәрҙәренең төп объекттары иҫәбенә инә. Эштәр Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондарында алып барыла, унда 26 километрҙан ашыу юл яңыртыласаҡ. Шулай уҡ юл ситтәрен йыһазландырыу һәм юлға һыҙаттар һалыу күҙаллана. Ремонт эштәрен йылдың IV кварталында тамамлау планлаштырыла.
Шундай уҡ эштәр Нефтекама - Яңауыл трассаһы участкаһында ла алып барыла.