+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
2 Август 2023, 12:28

«Башҡорт аты» фестивалендә иң яҡшы ҡымыҙсы асыҡланасаҡ

 12 августа Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале сиктәрендә 17-се республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы уҙғарыла.

«Башҡорт аты» фестивалендә иң яҡшы ҡымыҙсы асыҡланасаҡ
«Башҡорт аты» фестивалендә иң яҡшы ҡымыҙсы асыҡланасаҡ

Граф күле буйындағы «Ҡымыҙфест» майҙансығында иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр асыҡланасаҡ. Конкурс бер нисә этаптан торасаҡ.

      Беренсе этапта ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереү күҙ уңында тота. 15 минут дауамында улар 20 тест һорауына яуап бирергә тейештәр.

      Икенсе этапта жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп, уның органолептик сифаттарын баһалайасаҡ. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған, унда ҡымыҙ етештереү һәм һатыуҙың мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк.

      Конкурс йомғаҡтары буйынса «Оригиналь продукция », «Иң йәш ижади ҡатнашыусы», «Йәше буйынса өлкән һәм ҡымыҙ бешеү буйынса ҙур эш стажына эйә булған», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Ҡунаҡтарға иһә ҡымыҙ төрҙәрен тәмләп ҡарау мөмкинлеге биреләсәк.

        Бынан тыш, илдең бөтә төбәктәренән килтерелгән шифалы эсемлекте һатыу майҙансығы ойоштороласаҡ.

      Конкурс 9 сәғ. 30 мин. башлана.

Ҡатнашыуға ғаризалар https://www.bashkort-aty.ru/ сайты аша ҡабул ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: