+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Август 2023, 09:38

«Башнефть» тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 3,6 миллиард һум аҡса йүнәлткән

2023 йылдың тәүге ярты йыллығында «Башнефть» («Роснефть» структураһына инә) тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 3,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Был маҡсаттарға сығымдар уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 33 процентҡа юғарыраҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Башнефть» тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 3,6 миллиард һум аҡса йүнәлткән
«Башнефть» тәбиғәтте һаҡлау проекттарына 3,6 миллиард һум аҡса йүнәлткән

Аҡса атмосфера һауаһын зарарлауҙы кәметеүгә, ерҙәрҙе рекультивациялауға, шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеүгә һәм балыҡ ресурстарын тулыландырыуға йүнәлтелгән. Нигеҙҙә, компанияның  Башҡортостанда нефть газын файҙаланыуҙы 95,4 процентҡа еткергән,  норматив 95 процент.

     Нефттең ҡатнаш ҡалдыҡтарын кәметеү буйынса эш дауам иткән, йыл башынан алып заманса технологиялар ярҙамында 59 мең тоннанан ашыу нефть шламдары эшкәртелгән.

      Тәүге ярты йыллыҡта компания хеҙмәткәрҙәре «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы һәм «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә 16 гектарҙан ашыу майҙанда 25 мең ағас үҫентеһе ултыртҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: