+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Август 2023, 08:53

Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡты нисек рәсмиләштерергә?

Республикала йәшәүсе һәр кем закон буйынса шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн ер участкаһы һатып алыу йәки ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡты нисек рәсмиләштерергә?
Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡты нисек рәсмиләштерергә?

Унда йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерергә, мал һәм ҡош-ҡорт үрсетергә мөмкин. Хужалыҡтағы бөтә эште милексе үҙе һәм уның ғаиләһе башҡарырға тейеш.
Үҫтерелгән һәм етештерелгән продукттарҙы һатырға мөмкин - был эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тип һаналмай һәм уға һалым һалынмай.
Әйткәндәй, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән булһа, Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә 200 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.


Участканы нисек алырға һәм рәсмиләштерергә - карточкаларҙан ҡарағыҙ.

Һылтанма: https://vk.com/wall-210976796_2144


#Аңлатабыҙ_Башҡортостан



Автор:
Читайте нас: