+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Август 2023, 08:39

Башҡорт аты

Бүтән аттарҙан башҡорт аты нимәһе менән айырылып тора?

Башҡорт аты
Башҡорт аты

       Башҡорт аты XVII-XVIII быуаттарҙа киң таралған була. Ул ялһыҙ һәм ашатыуһыҙ һигеҙ сәғәт эсендә 120-140 саҡрым юл үтергә мөмкин.

       Петр Рычков үҙенең «Ырымбур топографияһы» тигән китабында, Рәсәйҙә башҡорт аты элек-электән билдәле тоҡом иҫәпләнә, тип яҙа. Шулай уҡ ул шәп юрғалауын, сыҙамлы һәм шәп сабыу кеүек сифаттары менән таныштыра. Уларҙың хаҡы 30-50 һум ине тип яҙа ул. Уның һүҙҙәренсә, башҡорттарҙыү күптәре  300-400 баш йылҡы малы аҫраған. Рычков, башҡорттар ҡышын да, йәйен дә далала өйөрҙө тотоп  һәм нисек кенә ҡарҙың тәрән булыуына ҡарамаҫтан, улар үлән табып ашай белә, тип яҙа. Ҡышҡыһын ҡулланылған аттар өсөн хужалар бесән әҙерләй.

Башҡорт аты - ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләүҙе һәм ашатыуҙы талап итмәгән берҙән-бер йорт хайуаны, - ти Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Фәнүз Шәғәлиев. Тыныс, сыҙамлы. Башҡа тоҡомло аттар араһында иң һөтлөһе. Башҡа тоҡомдарҙан үрсемлелеге буйынса ла уҙып китә. Уның уртаса ғүмер оҙонлоғо 25 йәшкә етә. Ат өсөн был бик яҡшы күрһәткес. Ғүмер буйы аттар менән шөғөлләнәм. Күп ғилми мәҡәләләр яҙҙым, үҙемдең кандидатлыҡ диссертацияһында дөйөмләштерҙем. Генотиптарҙы өйрәндем. Башҡорт атын башҡа тоҡомдар менән берләштерергә ярамай. «Башҡорт аты» фестивалендә ошо хаҡта ентекләберәк һөйләрмен, ти ул.

«Башҡорт аты» фестиваленең эшлекле өлөшөндә «Башҡорт аттары тоҡомо - йәшәү сығанағы» түңәрәк өҫтәле буласаҡ һәм унда йылҡысылыҡ продукцияһын тоҡомло үрсетеү, эшкәртеү проблемаларына арналған бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: