+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Август 2023, 17:03

Йылҡы ите менән ҡаҙы башҡорт яугирҙарының иң яратҡан продукттары

Райондың билдәле эшҡыуары Айтуған Фәттәхов «Башҡорт аты» фестиваленең ғилми-ғәмәли конференцияһы спикеры сифатында ҡатнашты.

Йылҡы ите менән ҡаҙы башҡорт яугирҙарының иң яратҡан продукттары
Йылҡы ите менән ҡаҙы башҡорт яугирҙарының иң яратҡан продукттары

Ул аттарҙы үрсетеү проблемаларын тикшерергә, шулай уҡ үҙенең блогында фестивалде яҡтыртырға планлаштыра. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Айтуған Фәттәховты Ҡымыҙ бароны тип тә йөрөтәләр. Ул бер нисә тапҡыр МХО зонаһына йылҡы, ҡаҙы һәм башҡа деликатестарҙан тушенкалар эшләп ебәрҙе.

- Башҡортостандың Урал аръяғы бизнес-берләшмәһе вәкилдәре яугирҙәрҙең ихтыяждарына иғтибарлы ҡарай. Яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү теләге беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Беҙ бергәләп яугирҙарға ярҙам ебәреүҙе ойошторабыҙ. Беҙгә, йылҡы итенән продукция һәм ҡаҙы - яугирҙәрҙең иң яратҡан продукттары, тинеләр, - тип һөйләй йәш ышғыуар.

       Шуныла  билдәләп үтергә кәрәк, Урал аръяғы эшҡыуарҙары махсус хәрби операция зонаҙына башҡорт тоҡомло тере атта ебәргән.  Әле ул унда һуғышсыларға позицияларһы тауышһыҙ үтергә һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе ташыуҙа ярҙам итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: