+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
26 Август 2023, 09:50

Ашлама етештереү арта

Быға милли проекттар булышлыҡ иткән.

Ашлама етештереү арта
Ашлама етештереү арта

Башҡортостанда минераль ашламалар етештереүсе “Агрохимия” компанияһы үҙенең пилот участкаһында  етештереүсәнлеген 25 процентҡа арттырған, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. Бындай һөҙөмтәгә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда” ) ярҙамында өлгәшәләр.

-“Агрохимия” етештереү - коммерция фирмаһы былтыр декабрь айында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушыла. Ярты йыл эсендә предприятиеның эшсе төркөмө “Аурат” минераль реагентын фасовкалауҙа процесты оптимәлләштереү  буйынса һөҙөмтәле эш башҡара. Һөҙөмтәлә, компания пилот участкаһында етештереүҙе 1,34-тән 1,67 тоннаға тиклем күбәйтте, - тиелә министрлыҡ хәбәрендә.  

Предпрятиеның эшсе төркөмө бер нисә тренингыла ҡатнашты. Хеҙмәткәрҙәр “Производство процестары фабрикаһында” уҡып, пилот участкаһында производство анализын индерҙе. Был иһә планды үтәүҙе контролләргә һәм тайпылыштарға ҡарата  ваҡытында сара күрергә булышлыҡ итә. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә фасовкалау ваҡыты 117 -нән 105 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыуға өлгәшелгән.  

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ артыуын 5 процентҡа еткереү  өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы булдырылған, шул иҫәптән финанс яҡтан дәртләндереү һәм эксперттар консультацияһы. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды һәм улар май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәт сайты.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-08-21/mineral-ashlamalar-eteshtere-art-an-3395841 

Автор:
Читайте нас: