+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Сентябрь 2023, 10:58

Башҡортостанда соя майҙаны ун тапҡырға күбәйә

Башҡортостанда соя сәсеүлектәрен әлеге 10 меңдән 100 мең гектарға тиклем, йәки ун тапҡырға арттырырға мөмкин. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был хаҡта кукуруз һәм соя үҫтереү буйынса кәңәшмәлә вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр иткән.

      «Башҡортостанда соя менән майҙанды 100 мең гектарға тиклем еткерергә кәрәк, ләкин бының өҫтөндә эшләргә кәрәк әле», - тине Фәзрахманов.

      Соя мал аҙығы етештереүҙә һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә киң ҡулланыла. Аҡһым миҡдарының юғары булыуы арҡаһында ул сусҡасылыҡта һәм ҡошсолоҡта алыштырғыһыҙ продукт.

     Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, баҙарҙа соя орлоғоноң тоннаһы 90-100 мең һумға тәҡдим ителә, ә борсаҡтың тоннаһы 50 мең һумға һатыла. Шуға күрә аграрийҙарға ошо культураны үҫтереү файҙалы, тип билдәләне ведомство башлығы. Соя шулай уҡ яҡшы элгәр булып тора, йәғни уны үҫтергәндә тупраҡ составы яҡшыра. Әгәр киләһе миҙгелгә соянан һуң шул уҡ баҫыуҙа бойҙай сәселһә, ул уңышты 1,5-2 тапҡырға юғарыраҡ бирә, ти ғалимдар.

       Ауырғазы районының «Салауат» хужалығы кәңәшмәлә миҫалға килтерҙе, унда культураларҙы дүртенсе йыл үҫтерәләр. Быйыл соя сәсеүлектәре майҙаны 100 гектарға еткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: