+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Сентябрь 2023, 10:52

Иген экспорты өс тапҡырҙан ашыуға артҡан

Йыл башынан алып Башҡортостан яҡын һәм алыҫ сит илдәргә 312,8 мең тонна иген һәм уның продукттарын оҙатҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 213 мең тоннаға, йәғни 310 процентҡа күберәк.

Россельхознадзор ведомствоһы Евразия иҡтисади союзы, ЕС, БДБ илдәренә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһына оҙатылған иген культураларына 6,6 мең экспорт фитосанитария сертификаты биргән.

Әйткәндәй, 2022 йылдың ошо уҡ осоронда 2,1 мең сертификат бирелгән булған, йәғни 3,2 тапҡырға кәмерәк.

      Иген оҙатыу географияһы үҙгәрмәгән тиерлек. Башҡортостан игенен Азербайжан, Афғанстан, Бельгия, Беларусия, Германия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нидерландтар, Польша, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан илдәре һатып алған.

     Ғинуарҙан сентябргә тиклем сит илгә 184,5 мең тонна бойҙай, арпа, көнбағыш һәм етен оҙатылған. Шуның 101,5 мең тоннаһы бойҙайға, 40,18 мең тоннаһы етен орлоҡтарына, 39,9 мең тонна арпаға тура килгән.

Шулай уҡ 128,2 мең тонна ярма, он һәм кәбәк сит илгә сығарылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: