-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
15 Сентябрь 2023, 07:05

Сит илдәргә ашлыҡ оҙатыу арта

Башҡортостан ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айында тимер юлы буйлап экспортҡа 3,3 мең вагон иген оҙатҡан. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сит илдәргә ашлыҡ оҙатыу арта
Сит илдәргә ашлыҡ оҙатыу арта

Башҡортостан ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айында тимер юлы буйлап экспортҡа 3,3 мең вагон иген оҙатҡан.  Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк. Был һандарҙа Әбйәлил игенселәренең дә өлөшө тос.

Сит илгә бөтәһе 234,4 мең тонна иген оҙатылған. Бойҙай, май бирә торған культура орлоҡтары һәм арпа Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Көньяҡ Африкаға һәм башҡа илдәргә барасаҡ.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау структураһында иген культуралары алты процент тәшкил итә. Элекке кеүек үк май продукцияһы 66 процент менән өҫтөнлөк итә.

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: