А/хужалығы
29 Сентябрь 2023, 07:45

Техника яңыра

Ошо йылдың 8 айында Башҡортостан аграрийҙары 9,6 миллиард һумлык 2080 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Техника яңыраТехника яңыра
Техника яңыра

Ошо йылдың 8 айында Башҡортостан аграрийҙары 9,6 миллиард һумлык 2080 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был уҙған йылдың ошо ук осор менән сағыштырғанда 2,6 миллиард һумға күберәк. Үҫеш 37 процент тәшкил итә.

Ғинуар-август айҙарында аграрийҙар 391 трактор, 158 иген һәм 18 мал аҙығы йыйыу комбайны, 440-тан ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсе агрегаттары һәм башҡа төр техника һатып алынған.

Былар «Росагролизинг» дәүләт компанияһының ташламалы программаларынан әүҙем файҙаланыу арҡаһында мөмкин булған. Был техника аграрийҙары мул уңыш алып, ашлыҡты сит илгә һатфыуға сығарыуға ла булышлыҡ итә.Ә был, үҙ сиратында, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешен тәьмин итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас