А/хужалығы
5 Октябрь 2023, 04:29

Башҡортостан хужалыҡтары тоҡомло һыйыр малын арттыра

Йыл башынан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы етештереүселәре 2604 баш эре мөгөҙлө мал һатып алған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был 2022 йылға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк.

- Көтөүҙәге малдарҙы сифатлы тоҡом менән ваҡытында яңыртыу - тармаҡты үҫтереүҙең мөһим факторы ул, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Шунһыҙ ит һәм һөт етештереүҙә лә күрһәткестәрҙең артыуына иҫәп тоторға ярамай. Бында яҡшы стимул - дәүләт ярҙамы. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең тоҡомло эре мөгөҙлө мал һатып алыуы сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидиялана, әммә бер баш өсөн 60 мең һумдан ашмай.

       Әйткәндәй, 2023 йылда Башҡортостанда тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплауға саралар лимиты 220 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Аҡсаның ҙур өлөшө аграрийҙарға еткерелгән дә инде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас