+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Октябрь 2023, 06:35

Иген сит илдәргә оҙатыла

2023 йылдың туғыҙ айында Башҡортостандан иген һәм иген продукттары экспорты 342,8 мең тонна тәшкил иткән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иген сит илдәргә оҙатыла
Иген сит илдәргә оҙатыла

2023 йылдың туғыҙ айында Башҡортостандан иген һәм иген продукттары экспорты 342,8 мең тонна тәшкил иткән.

Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 2,9 тапҡырға күберәк, йәғни былтыр республиканан сит илдәргә 116,3 мең тонна иген продукцияһы оҙатылған. Был һандарҙа Әбйәлил игенселәренең хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Район фермерҙары ла сит илдәргә экспорт күләмен йылдан-йыл арттыра.

Башҡортостан игененең байтаҡ өлөшө элеккесә Европа берлеге илдәренә оҙатыла. Һатып алыусылар булып Бельгия, Германия, Латвия, Нидерландтар, Польша сығыш яһай. Продукция шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытайға оҙатыла.

Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә..

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: