+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Ноябрь 2023, 10:55

Әбйәлил- иң яҡшы муниципаль берәмек

Әбйәлил районы  ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге тип табылды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Әбйәлил- иң яҡшы муниципаль берәмек
Әбйәлил- иң яҡшы муниципаль берәмек

Әбйәлил районы  ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге тип табылды.

Ошо аҙнала өфөлә республика аграрийҙары ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләне. Юғары хеҙмәт һөҙөмтәләре күрһәткән алдынғы ауыл хужалығы эшсәндәренә  юғары исемдәр бирелде, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Шлуай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән райондар билдәләнде. Әбйәлил районы был тәңгәлдә беренсе урын яуланы һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге тип билдәләнеп, Диплом менән бүләкләнде.

Ауыл хужалығы үңҫешенә ҙур өлөш индергән әбйәлилдәрҙең оло еңеүе был. Йылдан-йыл ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырып, райондың ауыл хужалығы эшсәндәре “Кооперация һәм халыҡ-ара экспорт” милли проект үтәлешенә ҙур өлөш индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: