+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Ноябрь 2023, 07:40

Орлоҡ һатыу күләме лә артҡан

Сит илдәргә Башҡортсотан игенселәре һатҡан орлоҡ материалы 1,7 мең тонна тәшкил иткән. Был үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 542 тоннаға күберәк. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Орлоҡ һатыу күләме лә артҡан
Орлоҡ һатыу күләме лә артҡан

Сит илдәргә Башҡортсотан игенселәре һатҡан орлоҡ материалы 1,7 мең тонна тәшкил иткән. Был үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 542 тоннаға күберәк.

Был күрһәткестәрҙә Әбйәлил игенселәренең дә тырыш хеҙмәте һалынған. Хужалыҡтар, крәҫтин-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар быйыл да ауыл хужалығы продукцияһынан мул уңыш алыуға өлгәште һәм улар үҙҙәре етештергән продукцияның бер өлөшөн йылдағыса сит илдәргә һатыуға әҙерләгән дә инде.

Тимәк, Әбйәлил игенселәре лә агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттырыуға үҙ өлөшөн индерә, шуның менән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: