+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
8 Декабрь 2023, 10:10

Экспорт ун процентҡа артҡан

Башҡортостан аграрийҙары быйылғы ун бер ай эсендә сит илдәргә 296 миллион доллар суммаға агросәнәғәт комплексы продукцияһы  һатҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Экспорт ун процентҡа артҡан
Экспорт ун процентҡа артҡан

 Башҡортостан аграрийҙары быйылғы ун бер ай эсендә сит илдәргә 296 миллион доллар суммаға агросәнәғәт комплексы продукцияһы  һатҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк.

Экспорттың күпселеген майлы продукция тәшкил итә – 60,7 процент, иген культуралары –14,4 һәм аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы 13,4 процент тәшкил итһә, 9,6 проценты – майлы культуралар орлоғо, спирттар һәм балға тура килә, 1,9  проценты – һөт һәм ит продукцияһы.

 Башҡортостан продукцияһы күспелектә Иран, Латвия, Ҡытай илдәренә оҙатыла, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Төркиә, Һиндостан, Үзбәктан һәм Белоруссия менән дә хеҙмәттәшлек киңәйә.

Былар барыһы ла “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә шаҡтай өлөш индерә.

Автор:
Читайте нас: