+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Декабрь 2023, 11:30

Һуғым һуйыу цехы асылды

Таштимер ауылында "Юлдаш" ауыл хужалығы кооперативының санитар һуғым һуйыу цехы тантаналы асылды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һуғым һуйыу цехы асылды
Һуғым һуйыу цехы асылды

Таштимер ауылында "Юлдаш" ауыл хужалығы кооперативының санитар һуғым һуйыу цехы тантаналы асылды. Сарала район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, республиканың ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе Азат Йыһаншин, фермерҙар, райондың ветеринария хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

- Районда был туғыҙынсы һуғым һуйыу пункты. Тағы ла ошондай өс объекттың төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Был санитар һуғым һуйыу пункты “Юлдаш” кооперативы рәйесе Әхтәм Ғәбделхай улының тырышлығы, ныҡышмалылығы менән сафҡа инде. Ауыл халҡы өсөн үтә лә кәрәкле объекттың барлыҡҡа килеүе ауыл хужалығы үҫешендә лә алға ҙур бер аҙым. Өҫтәүенә, бында ит продукцияһын эшкәртеү ҙә ҡаралған, ошонда уҡ ветеринар продукцияның  сифаты тикшерелә. Эргәлә ҡала, курорт зонаһы булғас, был бигерәк тә отошло. Яңы технологияларҙы ҡулланыу һатып алыусыларҙы ла йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк, –  тине Илдар Таһир улы тантананы асып.
– Әбйәлилдәр һәр саҡ тырыш, эшсән, сәмсел булыуы менән айырылып тора. Әхтәм Ғәбделхай улы ла эшен аҙағынаса алып барып еткерҙе: бындағы кеүек һуғым һуйыу пункты әлегә республика ла юҡ. Тимәк, теләк булһа, эшләргә була. Өҫтәүенә, санитар талаптар буйынса шәхси ихатала мал һуйыу тыйылған мәлдә, һуғым һуйыу пункты асылыуы ауыл халҡының, фермерҙарҙың тормошон еңеләйтеүгә лә булышлыҡ итә, минеңсә. Бөгөн халыҡ экологик яҡтан таҙа продукцияға өҫтөнлөк бирә, был ауылда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә  ихтыяжды арттыра. Шулай булғас, ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыусылар артҡандан арта барасаҡ һәм Хөкүмәт һәр яҡтан ярҙам иткәндә, ауыл хужалығы йүнәлешендә эш асыу хаҡында һәр кемгә уйланырға кәрәк, –  тине ул йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Үҙенең сығышында А. Ғ. Юлдашев санитар һуйыу пунктын төҙөүгә Хөкүмәттән ярҙам юллауҙа булышлыҡ иткәндәргә рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, был модуль бинаны Йәнекәй ауылынан эшҡыуар, ошо йүнәлештә эш алып барған Алмас Дауытов төҙөгән.

Был объект 2019 йылда ауыл хужалығы кооперативтары төҙөүгә бүленгән субсидия ярҙамында эшләнгән.

–Күпләп мал тотҡас, мал һуйыу цехтары тураһында һүҙ сыҡҡас та, нисек тә уны булдырыу хаҡында уйлай башланым. Сөнки мал һуйыр булһам, кеше табып булмай.Кешеләрҙе яллап, аҡса түләйһең, уларҙы ашатаһаң, яндарында үҙең булышаһың. Ә бында аҡса түләйһең дә, ҡарап ҡына тороп, һуйҙырып алырға мөмкинлек бар. Теләйһең икән эсәген дә эшкәртеп бирәбеҙ. Мал ташыу өсөн махсус арба һатып алһам, малды урындан барып та аласаҡбыҙ, – тип һөйләй кооператив етәксеһе.

Әхтәм Юлдашевтың бөтә пландары тормошҡа ашһа, ул әҙер продукцияһына сит илгә лә һатыуға сығарырына өмөт бар, шуның менән эшҡыуар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: