+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Ғинуар , 09:30

Ауыл хужалығы тауарҙарына ихтыяж бар

Башҡортостандан мал аҙығы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары экспорты өс тапҡырға артҡан.    

Ауыл хужалығы тауарҙарына ихтыяж бар
Ауыл хужалығы тауарҙарына ихтыяж бар

2023 йылда Башҡортостан 3,87 мең тонна мал аҙығы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғон экспортҡа сығарған. Был 2022 йылға ҡарағанда 2,7 тапҡырға күберәк, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы. Ведомство былтыр 194 партия орлоҡ материалын, бер йыл элек 75 партияны контролдә тотҡан.

Аграрийҙар орлоҡтарын Әрмәнстанға, Беларусҡа, Германияға, Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға оҙатҡан. 2022 йылда Башҡортостан орлоҡтарын Монголия, Германия, Ҡырғыҙстан, Беларусь һәм Ҡаҙағстан һатып алған. Республика сит илгә сәсеү өсөн кәрешкә, гәрсис, ҡандала үләне, клевер, люцерна, ҡарабойҙай, йылҡы борсағы, бойҙай һәм арпа орлоҡтары оҙатҡан. Карантин аҫтындағы тауарҙы төбәктән автотранспортҡа тейәп ебәргәндәр.

“Бөтә орлоҡ материалы партиялары импортлаусы илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” (“ВНИИЗЖ”) федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында энтомологик һәм гербологик экспертизалар үтте. Фитосанитар экспертиза һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған, тейәп оҙатылған тауарҙың импортлаусы илдәрҙең карантин фитосанитар талаптарына тап килә”, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Бөтә ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Сығанаҡ:bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: