+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Ғинуар , 13:05

Аграрийҙар консультация алды

Эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн был мөһим.

Аграрийҙар консультация алды
Аграрийҙар консультация алды

Республиканың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белгестәре үткән йылда ауыл эшҡыуарҙары өсөн консультациялар уҙғарҙы, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был ваҡыт эсендә республиканың ауыл эшҡыуарҙары “Агростартап”, “Ғаилә фермаһы”, "Ауыл хужалығы кооперативтарының матди-техник базаһы үҫеше” кеүек грант программаларында ҡатнашыу өсөн 57 бизнес-план төҙөгән. Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Бынан тыш республикала ауыл хужалығы ҡулланыу кооперацияһы ла уңышлы үҫешә. Үткән йылда ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан, шәхси хужалыҡтарҙан 2209 яңы ағзалар менән тулыланған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республиканың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге агросәнәғәт комплексында бәләкәй бизнесҡа мәғлүмәт-консультация хеҙмәтен күрһәтеү темпын һаҡлап ҡала алған.

-Был факт үҙәк белгестәренең кәрәклеге тураһында белдерә. Шул иҫәптән ауыл хужалығын ҡулланыу кооперацияһы өлкәһендә лә. Ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары һаны буйынса Башҡортостан илдә алдынғылыҡты биләүен дауам итә, - ти министр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор:
Читайте нас: