+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
26 Ғинуар , 07:05

Орлоҡсолоҡ инспекцияһына-өр-яңы машина

Россельхозцентр» идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы уҙған йылға йомғаҡ яһаны. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Орлоҡсолоҡ инспекцияһына-өр-яңы машина
Орлоҡсолоҡ инспекцияһына-өр-яңы машина

Кәңәшмә эшендә БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемселек һәм мал аҙығы әҙерләү бүлеге етәксеһе А. З. Мөхәмәтшин ҡатнашты. Үҙенең сығышында Азат Миңзаһир улы филиалдың уҙған йылдағы эшенә юғары баһа бирҙе һәм тырыш хеҙмәт күрһәткәндәрҙе министрлыҡтың Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Әйтеүҙәренсә, быйыл филиал үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һәм орлоҡтар һатыу күләмен арттырыу, пестицидтар һауыттарын үтилләштереү йүнәлешендә эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре яҡшы булған. Шулай уҡ орлоҡсолоҡ һәм технологик-анализ лабораторияһының эше ыңғай яҡтан баһаланған. Ағымдағы йылға был йүнәлештә эштәрҙе тағы ла әүҙемләштереү билдәләнгән.

Филиал  инспекцияларын транспорт менән тәьмин итеү эше алып барыла. Йыл аҙағында филиалдың Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Борай һәм Әбйәлил райондарындағы бүлектәренә өр-яңы Лада Гранта автомобилдәре асҡыстары тапшырылды.

-Яңы автомобиль эшебеҙҙә ҙур уңайлыҡтар тыуҙыра. Сөнки йыл миҙгеленең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан беҙгә баҫыуҙарға сығырға тура килә. Унда беҙ ауыл хужалығы культураларының торошона фитомониторг үткәрәбеҙ, сәсеүлектәрҙе ҡарайбыҙ, баҫыуҙарҙа сысҡан кеүек кимереүселәр булыу-булмауын тикшерәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, транспорт менән тәьмин ителгәнлек бүлеккә йөкмәтелгән бурыстарҙы ваҡытында һәм сифатлы башҡарыуға булышлыҡ итә, – ти филиалдың район бүлеге етәксеһе Фәтих Тимерйәнов. – Бөгөнгө көндә хужалыҡтарҙан, фермерҙарҙан килгән орлоҡтарҙың сифатын тикшереү менән мәшғүлбеҙ. Шулай уҡ үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына заявкалар йыйыу эшен дауам итәбеҙ. Бында бүлектең агрономдары Зиниә Дәминдарова менән Мәүлиҙә Фәхрисламованың тырыш хеҙмәтен билдәләп китеү мөһим.

Фәтих Фәхрислам улы әйтеүенсә, игенселек менән шөғөлләнгәндәргә бөгөн һәр культураның орлоғона декларация алыу мотлаҡ, сөнки продукцияны һатыу өсөн бындай документ төп талап. Хатта уңышты элеваторға тапшырыу өсөн дә декларация кәрәк, игенде сит илгә оҙатыу хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. 

Бүлек хеҙмәткәрҙәре декларация алыу өсөн орлоҡто тикшереүгә Өфөгә махсус лабораторияға оҙата, беренсел документтарҙы тултыралар, шуның менән улар "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөштәрен индерәләр.

Нәҡ ошо маҡсатта 2024 йылда лабораторияларҙы ГМО-ға, бенз(а)приенға тикшереүҙәр өсөн аккредитациялау өлкәһен киңәйтеүгә етди иғтибар биреләсәк, был маҡсатта кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу һәм лабораторияларҙың штат һанын арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ филиалдың райондарҙағы инспекцияларында һынау-тикшереү лабораторияларын аккредитациялауҙы үткәреү, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һәм орлоҡтарҙы, бал ҡорттары күстәрен һәм вирусһыҙ картуфты һатыу күләмдәрен арттырыу мөһим.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: